ШИЯТОВ Степан Григорьевич (24.12.1933, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Владимир‑Николаев утары), эколог. Биол. ф. д‑ры (1981), проф. (1997). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998). Урал урман‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (Сверд­ловск ҡ., 1957) “Челяблес” тресында (Ҡытау‑Ивановка ҡ.) эшләй. 1958 й. алып Бөтә Союз урмансылыҡ һәм урман хужалығын механизациялау ҒТИ‑нда, 1959 й. — СССР ФА Урал филиалының Биология ин‑тында (икеһе лә — Свердловск). 1962 й. башлап РФА Урал бүлексәһенең Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы ин‑тында (Екатеринбург ҡ.): 1985 й. алып лаб. мөдире, 2009 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге Уралдың урман һәм урманлы тундра үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүгә, дендрохронология һәм ‑индикацияға арналған. Ш. тарафынан голоцендың климат шарттарына реконструкция үткәрелә, уларҙың урманлы тундра һәм урман төркөмдәренең үҫешенә, продуктлылығына, составына, структураһына һәм арауыҡтағы урынына тәьҫире асыҡлана; Урал һәм Көнбайыш Себерҙең төньяҡ терр‑ялары өсөн дендроклимат станцияларының селтәре һ.б. булдырыла. 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФА‑ның акад. В.Н.Сукачёв ис. пр. лауреа­ты (2008).

Хеҙм.: Дендрохронология верхней границы леса на Урале. М., 1986; Дендроклиматические исследования в Урало‑Сибирской Субарктике. Новосибирск, 1996 (авторҙ.); Динамика древесной и кустарниковой растительности в горах Полярного Урала под влиянием современных изменений климата. Екатеринбург, 2009.

Тәрж. Г.А.Миһранова