ӘБДҮШЕВ Хәбибулла Бәхтигәрәй улы [1.3.1920, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Денис а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 23.12.1998, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935 й. алып Фёдоровка р‑нының Октябрьский МТС‑ында тракторсы; 1953 й. башлап ш.уҡ р‑ндағы М.В.Фрунзе ис. к‑зда трактор бригадаһы бригадиры, 1966 й. — агроном, 1969—80 йй. машина‑трактор оҫтаханаһы мөдире. Ленин (1966), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев