ӘБДҮШЕВ Хикмәт Хөснөтдин улы (26.2.1895, Ҡазан губ. Чистай ҡ. — 1986, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1962), проф. (1964). Ҡазан ветеринария ин‑тын тамамлаған (1928). 1947—71 йй. БАХИ‑ла эшләй: 1947 й., 1957—65 йй. һәм 1967 й. хирургия каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре ветеринарияла хирургия проблемаларына арналған. Ә. тарафынан а.х. малдарының баш һөйәге ҡыуышлыҡтарына инеү ысулдары эшләнгән, һыйыр малының мөгөҙҙәрен алып ташлау өсөн хирургия инструменттары уйлап табылған.

Х е ҙ м.: Программированный контроль по топографической анатомии сельскохозяйственных животных. Уфа, 1970.

Ғ.З.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова