ӘБДРӘШИТОВ Шамил Монасип улы [19.5.1921, Ырымбур ҡ.; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, АСБР‑ҙың Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантоны Зәк‑Ишмәт а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 4.5.1944, Севастополь ҡ. янында], лётчик, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944).Б.В.һуғышында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов ис. Беренсе Чкалов хәрби авиация пилоттар мәктәбен та­мамлаған (1941). 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. апр. башлап Көньяҡ һәм 4‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се һауа армияһының 3‑сө истребитель авиация корпусы 265‑се истребитель авиация див. 402‑се истребитель авиация полкының эскадрилья ком. лейтенант Ә. 17 һауа алышында дошмандың 12 самолётын юҡ иткәне өсөн (1944 й. февр. ҡарата) үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), Александр Невский (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943),Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Ә. исеме м‑н Ырымбурҙа урам аталған.

Әҙәб.: Оренбуржцы в боях за Родину. Челябинск, 1978; Герои твои, Херсонщина. Симферополь, 1980.

Тәрж. М.Х.Хужин