ШИШМӘ ҺЫУЫТЫУ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Аҙыҡ‑түлек м‑н күмәртәләп һатыу итә, тауарҙарҙы ваҡытлыса һаҡлау хеҙмәтен күрһәтә. Составына 18 һыуытыу камераһы (бер үк ваҡытта һаҡлау һыйҙырышлығы — 10,2 мең т); “Шишмә һыуытыу комбинаты” ЯСЙ, “Шишмә һыуытыу комбинаты” сауҙа йорто (икеһе лә – Өфө) инә. 2010 й. 89 кеше эшләгән; 290,4 млн һумға продукция һатылған, 65,6 млн һумға тауар һаҡлау б‑са хеҙмәт күрһәтелгән.

1964 й. “Росмясорыбторг” Башҡ‑н респ. контораһының (ҡара: Башҡортостан һыуытыу комбинаты) Шишмә һыуыт­ҡысы булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1984 й. алып Шишмә ит, май һәм һөт тауарҙарын күмәртәләп һатыу б‑са һыуытыу комб‑ты, 1994 й. башлап хәҙ. исемдәге ДУП, 2003 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов