“БАШЖИЛКОММУНПРОЕКТ” Башҡортостан Республикаһы проект институты, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. 1971 й. “Башремстройпроект” респ. проект контораһы булараҡ асыла, 1979 й. алып “Б.” проект контораһы, 1988 й. хәҙ. статусын ала, 2003 й. хәҙ. исемен йөрөтә (1998 й. башлап ДУП). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — торлаҡ-граждан, коммуналь һәм производство объекттарын төҙөүҙе, реконструкциялауҙы һәм капиталь ремонтлауҙы проектлау. Институт составында Өфө, Белорет, Бәләбәй, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡҡ. комплекслы проектлау оҫтаханалары (филиалдары) бар. 2010 й. 210 кеше эшләгән. Институт проекттары б‑са Башҡорт филармонияһы, Яҙыусылар союзы идараһы, Көньяҡ автовокзал, Респ. перинаталь үҙәге (бөтәһе лә — Өфө), Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры биналары, Аэропорт—Өфө автомобиль юлы һ.б. реконструкциялана; С.Юлаев проспекты һ.б. төҙөлә. Дир.: Ш.Х.Хуҙыев (1971 й. алып), Х.Ғ.Сафин (1984 й. алып), Р.Н. Зубов (2010 й. алып).

Р.Н.Зубов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика