ШИШМӘ УРТА МӘКТӘБЕ №2, Шишмә р‑нының ҡала тибындағы Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан. 1912 й. урыҫ зем­ство мәктәбе булараҡ асыла, 1914 й. алып урыҫ-башҡорт халыҡ училищеһы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — башланғыс мәктәп, 1932 й. — өлгөлө тулы булмаған урта мәктәп, 1957 й. башлап хәҙ. исемен һәм стату­сын йөрөтә. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша, спорт залдары, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мед. һәм методика каби­неттары, йәшелсә һаҡлағысы, уҡытыу‑тәж. участкаһы бар. Урта мәктәпте 3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2010), улар араһында Ф.З.Байбурин, Рәил М.Әсәҙуллин. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәп бинаһында Кременчуг-Александрия уҡсылар дивизияһының 776‑сы полкы урынлашҡан, балалар йорто эшләгән.

Ф.А.Әсәҙуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина