ӘБДРӘШИТОВ Хәмзә Зәки улы (5.6.1954, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Ҡораласыҡ а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. табибы (1992), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) “Ишимбайнефть” НГДУ‑һының мед.‑санитария бүлегендә эшләй. 1984 й. алып Ишембай үҙәк район дауаханаһында бүлек мөдире, 1986 й. — Ишембай ҡ. һәм р‑нының баш табибы, 1997 й. — БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы, 1999 й. — Респ. клиник дауаханаһында хирургия б‑са баш табип урынбаҫары,2002 й.—Респ. кардиология диспансерының баш табибы, бер үк ваҡытта БДМУ‑ла уҡыта, 2010 й. башлап “Иҙел Нефтемаш” дауалау‑һауыҡтырыу үҙәге (Ишембай) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге ашҡаҙандың һәм бөйән эсәгенең сей яра ауырыуын дауалауҙың хирургик алымдарын камиллаштырыуға, анастомоз (ашҡаҙан‑эсәк тоташмаһы) зонаһында ҡандың микроциркуляцияһын өйрәнеүгә арналған. Дауалау практикаһына мини‑лапаротомия ысулын индереү инициаторҙарының береһе. 130‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина