ӘБДРӘШИТОВ Сабур Әбдрәшит улы [14.10.1925, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Йүкәлекүл а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 25.5.1995, Өфө], агрохимик. Биол. ф. канд. (1958). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Үзбәк ун‑тын тамамлаған (Сәмәрҡәнд ҡ., 1954). 1958—91 йй. БНИИЗиС‑та эшләй: 1965 й. алып лаб. мөдире, 1981— 90 йй. бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре тупраҡтың уңдырышлылығын, мал аҙығы һәм иген культураларының уңдырышлылығын һәм сифатын арттырыу проблемаларына арналған. Ә. тарафынан БР‑ҙың ауыл хужалығы зоналары б‑са минераль ашламаларҙы ҡулланыу системаһы эшләнгән.100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Х е ҙ м.: Рекомендации по внедрению научно обоснованных систем земледелия в зауральской степи Башкирской АССР на 1981—1985 гг. Уфа, 1982 (авторҙ.).

М.Ҡ.Харисов

Тәрж. А.Н.Күсеев