ӘБДРӘШИТОВ Йәғәфәр Мөхәрәм улы (30.11.1949, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Яңауыл а.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1998). РФ‑тың (1994), БАССР‑ҙың (1990) атҡ. химигы. ӨНИ‑не тамамлаған (1978). 1969 й. Салауат нефтехимия комб‑тында эшләй. 1971 й. башлап “Каустик” ЯАЙ‑нда (Стәрлетамаҡ ҡ.): 1985 й. алып баш инженер, 1989 й. — ген. директор. 2001 й. башлап “Полиэф” ААЙ‑нда(БР‑ҙың Благовещен ҡ.) ген. дир.,2006 й.—“Башҡортостан химияһы”ААЙ‑нда(Стәрлетамаҡ ҡ.)ген.дир. советнигы, 2009 й. — БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ терр. идаралығы нач., 2011—17 йй. БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында дир., бер үк ваҡытта 2011 й. алып химия һәм химик технологиялар каф. мөдире. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге винилхлорид, эпихлоргидрин етештереү проблемалары м‑н бәйле. Ә. етәкс. “Каустик” ЯАЙ‑нда винилхлорид, суспензияла поливинилхлорид алыу процесы үҙләштерелә, дихлорэтан, трихлорэтилен, хлороформ, хлорпарафин, аллилхлорид етештереү технологиялары эшләнә; юғары т‑рала ҡайнаған ыҫмала рәүешле һәм ҡаты етештереү ҡалдыҡтарын ҡабаттан эшкәртеүҙең яңы процестары индерелә. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышының 1—3‑сө саҡырылыш депутаты. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1990). Дуҫлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1999).

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов