ШИШМӘ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Шишмә р‑нының ҡала тибындағы Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан. 1939 й. асыла. 2 компьютер класы, китапханаһы, тамаша, 2 спорт һәм уҡыу залдары, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, мед. һәм 2 мето­дика кабинеты бар. Мәктәпте 4,2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2010), улар араһында Р.Б.Асаев, Р.М.Ғайси­на, Э.М.Ҡурамшин, Р.Р.Мөлөков. 1941—43 йй. бинала 2600‑сө эвакуация госпитале урынлашҡан. Мәктәп терр‑яһында В.И.Чапаевҡа һәйкәл ҡуйылған (1960 йй. аҙ.).

Р.Ә.Уразмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина