ӘБДРӘШИТ АЙЫТОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Бөгөлмә ведомствоһының Абдулла а. яһаҡлы татарҙарынан. Айыт Ураҙ­мәтовтыңулы. 1773 й. нояб. ихтилалға ҡушыла, Башҡортостандыңкөньяҡ‑көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәте етәкселәренең береһе була. Ә.А. отряды Ҡазан губернаһының Мәләкәҫ, Тейен, Биләркүл һ.б. торама пункттарында,Яңы Кама аръяғы сик һыҙығының Сирмешән ҡәлғәһе һәм Бөгөлмә биҫтәһендә хәрәкәт итә. 1774 й. февр. П.Д.Мансуров етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н һуғышта Быҙаулыҡ ҡәлғәһе янында әсиргә алына. Ырымбур йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында була, ҡамсы м‑н һуҡтырыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин