ШИШМӘ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ. 1956 й. Шишмә р‑ны Шишмә ҡасабаһында БНИИСХ‑ның Ш.т.‑п.х. булараҡ ойошторола, 1991 й. алып “Башҡортостан” ҒПБ‑ның “Шишмә” тәж.‑производство хужалығы, 2001 й. — ФДУП, 2007 й. ябыла. Башҡортостандың Урал алды дала зонаһы өсөн селекция, орлоҡсолоҡ, үҫемлекселек, мал аҙығы етештереү, һыйырсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперименталь базаһы булып торған. Иген, ҡуҙаҡлы иген культуралары, мал аҙығы культуралары орлоҡсолоғона һәм ҡара-сыбар тоҡомло йәш һыйыр малын үрсетеүгә махсуслашҡан. 2010 й. 87 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 2434 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 2388 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культурала­ры — 12,0, бесәнгә үҫтерелгән күп йыллыҡ үләндәр — 10. Респ. хужалыҡтарына 1700 т юғары орлоҡ репродукцияһы һатылған. Ш.т.‑п.х. яҙғы бойҙайҙың Башкирская 24, ужым арышының Чулпан, ужым тритикалеһының Башкирская 1, ҡарабойҙайҙың Чишминская, борсаҡтың Чишминский 80, Чишминский ранний, арышбаштың Чишминский ширококоло­сый 6, судан үләненең Чишминский 84, ваҡ күстерәнең Ялан, люцернаның Чишминская 131, йылҡы борсағының Песча­ный 22 һ.б. сорттары сығарылған. Тәж.‑производство хужалығында респ. дала зонаһы өсөн иген һәм мал аҙығы куль­тураларын үҫтереүҙең ресурстарҙы һаҡлаусы технологиялары эшләнгән һәм тәҡдим ителгән. Тәж.‑производство хужалығы м‑н Ә.Н.Биктимеров, С.А.Ҡунаҡбаев, Ф.Х.Лоҡманова, А.Н.Прохоров, Н.В.Руднев, А.М.Сабитов, С.С.Умов, В.Х.Хангилдин, З.М.Шәрипҡолованың эшмәкәрлеге бәйле.

А.М.Сабитов

Тәрж. Г.А.Миһранова