ӘБДРӘШИТ, Т а у к ү л, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Әбдрәшит а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 704 кеше; 1920 — 900 (Яңы Әбдрәшит а. м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 — 533; 1959 — 782; 1989 — 526; 2002 — 661; 2010 — 619 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Стәрлетамаҡ өйәҙе башҡорттары нигеҙ һала, 1745 й. алып билдәле. Шулай уҡ Тат (Тоҡ)‑Йылға, Тоҡтар‑Ә. булараҡ теркәлгән. 1806 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп урынлаша. 1795 й. 10 йортта 74 кеше йәшәгән, 1865 й. 70 йортта — 389 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, ел һәм 2 һыу тирмәне булған. Ш.Анаҡ, С.Х.Бикәев, Ф.Ш. Үтәшев ошо ауылда тыуған.

Г.Ә.Ситдиҡова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев