ШИШМӘ ТАТАР ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Шишмә район мәҙәниәт һарайының татар халыҡ те­а т р ы. 1959 й. татар‑башҡорт драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1970 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 1973 й. “халыҡ” исе­мен ала. Тәүге постановкаһы — В.Б.Ғүмәровтың “Таныш ҡапҡа, таныш баҡса” спектакле. 1970—2009 йй. 40‑тан ашыу спектакль ҡуйыла: “Балаҡайҙарым” һәм “Әсә хөкөмө” (икеһе лә — Ә.Ҡ.Атнабаев), “Ҡоҙаса” (Б.Бикбай), “Ҡара йөҙҙәр” (М.Ғафуриҙың ш. уҡ исемле повесы б‑са спектакль), “Умырзая” (В.К.Сәйфуллин һәм Л.Н.Елшанкин), “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” (Н.Асанбаев), “Ай тотолған төндә”, “Ҡыҙ урлау” һәм “Яңғыҙ ҡайын” (бөтәһе лә — М.Кәрим), “Диләфрүзгә дүрт кейәү” (Т.Ғ.Миңнуллин) һ.б. спектаклдәр. Труппа составына З.М.Йәғәфәрова, Р.К.Ҡалмырҙин, Г.С.Ҡалмырҙина, Ф.К.Рәхмәтуллин, А.Уразмәтов, З.Үләмәева, С.Х.Хөсәйенов, Ф.К.Әхмәтйәнов, В.Ф.Әхмәтйәнова, А.Р.Әхмәтшина һ.б. инә. Спектаклдәрҙе М.Атнабаева, З.Ғәлимов, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Ә.Х.Ғүмәров (1‑се художе­ство етәксеһе), Ә.Х.Камилйәнов, Р.С.Сыртланов ҡуя; художестволы биҙәү м‑н Л.Р.Вәлиева, М.Т.Хайбрахманов шөғөлләнә; муз. яҡтан Ә.Х.Ғүмәров биҙәй. Респ. халыҡ театрҙары смотры (1982), Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотры (1985; икеһе лә — Өфө) лауреаты; “Алтын тирмә — Золотая юрта” Респ. халыҡ театрҙары фестивале (Дүртөйлө ҡ., 2003) һ.б. дипломанты.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов