БАШЕНИНА Нина Викторовна (29.4.1913, С.‑Петербург — 29.9.1994, Мәскәү), географ, геоморфолог. Геогр. ф. д‑ры (1967), проф. (1982). МДУ‑ны тамамлаған (1937). 1939 й. алып Көньяҡ Урал янында һоро күмер ятҡылыҡтарын эҙләү б‑са Башҡ‑н геол. идаралығының геоморфол. отряды начальнигы. 1945—87 йй. МДУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре теоретик һәм төбәк геоморфология проблемаларына, Ер өҫтө картаһын төҙөүгә һәм рельефтың геол. төҙөлөш м‑н бәйләнешен өйрәнеүгә арналған. 30—40‑сы йй. Б. етәкс. экспедиция БАССР‑ҙың Һамар—Златоуст т. юлынан көньяҡҡа табан терр‑яһын тикшерә; рельеф үҫешен тасуирлай, уның уртаса ҡалҡыу, күлле‑ваҡ таулы, убалы тигеҙлек, таулы, теҙмәле‑ваҡ таулы һәм тигеҙләнгән һыртлы төрҙәрен айырып күрһәтә. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Европа (1976) һәм донъя (1988) геоморфол. карталарын, йыһан шифрын сисеү атласын (1977) төҙөүсе.

Хеҙм.: Происхождение рельефа Южного Урала. М., 1948; Формирование современного рельефа земной поверхности (общая геоморфология): учеб. пособие. М., 1967.

А.П.Рождественский

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика