ШИШМӘ КҮБӘЛӘГЕ (Semblis phalaenoides), шишмә күбәләктәре отрядының фриганеидалар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 1,8—2,4 см, ҡара‑көрән төҫтә, ҡуйы йәки һирәк төктәр м‑н ҡапланған. Башы ҙур, мыйыҡтары оҙон, епкә оҡшаған. Ҡанаттары төклө, һорғолт аҡ, алғылары — ҡара таплы, артҡылары — аҡ, киң ҡара ҡаймалы. Ҡойҡа һымаҡ төйөрсөктәргә берләшкән йомортҡаларын һыуға йәки һыу эргәһендәге үҫемлектәргә һала. Үҫеше тулы әүерелешле. Ҡарышлауыҡтары (оҙонлоғо 7 см тиклем) йәшкелт һоро, күрән япрағы киҫәктәрен, ваҡ таштарҙы, ҡабырсаҡ һыныҡтарын ау биҙе бүленделәре м‑н беркетеп, көпшә рәүешендәге күсереп йөрөтмәле өйҙәр төҙөй. Өй эсендә ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары хәрәкәтсән. Башҡортостан шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫешә. Ҡарышлауыҡтары ҡышлай. Имагоһы май аҙ. — июнь башында оса башлай. Көндөҙ әүҙем. Ш.к. ҡарышлауыҡтары һыу үҫемлектәренең япраҡтары, серәкәй ҡарышлауыҡтары һ.б. һыу умыртҡаһыҙҙары м‑н туҡлана, оло бөжәктәр туҡланмай. Һыу ятҡылыҡтары янында йәшәй. Белорет һәм Бөрйән р‑ндарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова