“ШИШМӘ”, тоҡомсолоҡ з‑ды, ЯСЙ. Дүртөйлө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Шишмә ауылы. Бестужев тоҡомоноң, ҡара-сыбар тоҡомдоң һыйыр малын үрсетеүгә махсуслаша. “Ш.” составына һөтсөлөк (3), йәш һыйыр малын һимертеү, үҫтереү һәм һатыу б‑са (2) фермалар, иген һаҡлау урыны, тирмән һ.б. инә. 2010 й. 105 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 3271 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 2483 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 14,7, силосҡа үҫтерелгән кукуруз — 227,4, бесәнгә үҫтерелгән күп йыллыҡ үләндәр — 10,9, йәшел массаға — 53,0; 1561 т иген етештерелгән; әҙерләнгән мал аҙыҡтары — шартлы баш малға 14 мал аҙығы берәмеге. Һыйыр малы һаны — 1720 (532 һыйыр), һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 5260 кг; 2420 т һөт, 182 т ит етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.

1957 й. Н.С.Хрущёв ис. к‑з (1951) базаһында “Шишмә” к‑зы булараҡ ойошторола, 1993 й. башлап ЯСЙ, 1994 й. — к‑з, 2000 й. — АХПК‑тоҡомсолоҡ з‑ды, 2007 й. хәҙ. статусын ала. “Ш.” м‑н В.Н.Хәйруллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.Х.Фазлыәхмәтова

Тәрж. Г.А.Миһранова