“ШИШМӘ”, ААЙ. Таҙартылмаған ҡойоп һата торған көнбағыш майы, ҡалдыҡ, төпрә, гранулланған көнбағыш ҡабығы, кәрәҙ етештерә. Шишмә р‑ны Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан. Составына кәрәҙ‑балауыҙ һығыу (1979 й. асылған), май преслау (1992), көнбағыш ҡабығын грануллау (2008), экстракция (2009), рафинация (2010) цехтары; лаб. (1979), Шөңгәккүл сеймал базаһы инә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә (гранулланған көнбағыш ҡабығы) ебәрелә.

1973 й. “Шишмә” Өлкә‑ара балауыҙ эшкәртеү з‑ды булараҡ ойошторола, 1980 й. файҙаланыуға тапшырыла (составына балауыҙ һығыу, кәрәҙ, ағас эше цехтары ингән; кәрәҙ һәм умарт‑ҡ әйберҙәре етештергән; 1992 й. көнбағыш майын етеш­тереү үҙләштерелгән), 1993 й. алып хәҙ.исемен һәм статусын йөрөтә. Пр‑тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр көнбағыш орлоғон пре­слау (1992) һәм экстракция (2009) ысулдары м‑н сәнәғәттә эшкәртеү, гранулланған көнбағыш ҡабығы етештереү (2008) технологиялары индерелгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов