ШИШМӘ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шишмә а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К. табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1153 кеше; 1920 — 1975; 1939 — 1733; 1959 — 930; 1989 — 1651; 2002 — 1740; 2010—1806 ке­ше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Шишмә урта мәктәбе №2, балалар баҡсаһы, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә [указдар (1736 й. 11 февр.) б‑са ҡаҙнаға тартып алынған] мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 133 йортта 653 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, 2 һыу тирмәне, мавзолей булған. 1906 й. Шишмә станцияһы ҡасабаһы м‑н бергә иҫәпкә алынған; мәсет, татар уч‑щеһы, тимерлек, 3 бакалея кибете, мөгәзәй, кәшәнә, ер эшкәртеү ҡоралдары склады, урман‑сауҙа һәм 3 икмәк склады теркәлгән. 1930—46 йй. — Шишмә р‑нының адм. үҙәге. Ауыл эргәһендә Хөсәйенбәк кәшәнәһе урынлашҡан. Ф.З. Байбурин, Ә.Н.Биктимеров, Н.П.Васильева, Р.М. Ғайсина, З.З.Илбаева, Т.Ф.Урманов, Р.М.Әсәҙуллин ошо ау­ылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев