БАШЕНЁВ Валерий Алексеевич (22.2.1942, Карпинск ҡ.), баянсы, педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. Проф. (2003). БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1987). Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1970; В.Ф.Беляков класы), 1971—74 йй. шунда уҡ стажировка үтә (етәкс. Беляков, С.М.Колобков). 1970—2003 йй. ӨДСА‑ла уҡыта: 1978—81 йй. һәм 1982—86 йй. вокаль‑оркестр ф‑ты деканы, 1981—82 йй. һәм 1986—89 йй. уҡыу‑уҡытыу һәм ғилми эштәр б‑са проректор; бер үк ваҡытта 1974—96 йй. Башҡ. филармонияһы солисы, әҙәби‑муз. лекторий концертмейстеры. 2003 й. алып БДПУ‑ның муз. ҡоралдары һәм муз. теорияһы каф. мөдире. Б. уйнауына башҡарған әҫәрҙәрҙең муз. стилистикаһын тәрән аңлау хас. Репертуарында сит ил һәм ватан композиторҙары әҫәрҙәре. 70—90 йй. ӨДСИ‑нең күп тембрлы баян квинтеты (Беляков, В.И.Литвин, В.В.Фильчёв, Р.Ю.Шәйхетдинов м‑н) һәм баянсылар триоһы (В.П.Суханов һәм Шәйхетдинов м‑н) составында сығыш яһай. Б. етәкс. ӨДСИ‑нең халыҡ ҡоралдары оркестры — Мәскәүҙә үткәрелгән Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (1985), халыҡ ҡоралдары ансамбле — Бөтә Рәсәй конкурсы (Тула ҡ., 1986) дипломанты, “Музыкаль ҡумта” квартеты Халыҡ‑ара конкурс (Новосибирск ҡ., 2001) лауреаты була. ГДР‑ҙа (Галле ҡ., 1986), Мәскәүҙә (1987, 1989), Ҡазанда (1989) үткән БАССР мәҙәниәте көндәрендә; Бөтә Рәсәй халыҡ муз. фестивалендә (Өфө, 1994) ҡатнаша. Уҡыусылары араһында РФ‑тың атҡ. сәнғәт эшмәкәрҙәре В.И.Лавришин, А.Н.Яҡупов, РФ‑тың атҡ. артистары С.Е.Безбородов, С.А.Брык, РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре А.Г.Ильин, В.Е.Краснов, Г.А.Лузин, Л.И.Коржавина, В.Н.Фёдоров, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Р.М.Климов, А.М.Колосков, БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы Н.Ҡ.Ҡаһарманов. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, уҡытыу‑методик ҡулланма һәм уҡытыу программалары, ш. уҡ Р.Х.Ғәзизов, Н.Я.Инякин, З.Ғ.Исмәғилев һ.б. әҫ. халыҡ ҡоралдары өсөн эшкәртмәләр авторы.

Әҙәб.: В творческом поиске. Уфа, 2000.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика