ӘБДРӘХИМОВ Юнир Рәхим улы (1.3.1942, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Тәүәкән а.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1996). БР‑ҙың атҡ. химигы (1998), РФ‑тың почётлы мәғариф тармағы хеҙм‑ре (2017). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1967) шунда уҡ эшләй: 1995 й. алып сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәтте һаҡлау каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1998 й. башлап РФ Мәғариф һәм фән министрлығының ӨДНТУ‑лағы Хеҙмәтте һаҡлау, йәшәйеш хәүефһеҙлеге һәм экология б‑са Тармаҡ төп төбәк үҙәге дир. һәм 2006 й. алып лаб. етәксеһе. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть эшкәртеү һәм нефтехимия өлкәһендә ҡалдыҡһыҙ технологияларҙың теоретик нигеҙҙәрен эшләүгә арналған. Ә. тарафынан ҡаты сәнәғәт ҡалдыҡтарынан икенсел сеймал, ҡиммәтле химик реагенттар, халыҡ ҡулланыуы тауарҙарын алып уларҙы зарарһыҙландырыу һәм эшкәртеү ысулдары уйлап табыла. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Малоотходные технологии и охрана окружающей среды. Уфа, 1990; Геоэкология и безопасность в техносфере. Челябинск; Уфа, 2010 (авторҙ.); Обеспечение пожаро­взрывобезопасности и экологических требований при работе с нефтепродуктами. Челябинск; Уфа, 2012 (авторҙ.).

И.Ғ.Абдуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов