ШИШМӘ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Исмаил а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 146 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 610 кеше; 1920 — 764; 1939 — 780; 1959 — 469; 1989 — 393; 2002 — 453; 2010 — 472 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Исмаил урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1727 й. алып билдәле. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 20 йортта 145 кеше йәшәгән, 1865 й. 70 йортта — 428 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев