ШИШМӘ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Күҙәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 327 кеше; 1920 — 368; 1939 — 405; 1959 — 334; 1989 — 174; 2002 — 157; 2010 — 134 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. аҙ. — 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә Өфө өйәҙе Йомран а. (хәҙ. Кушнаренко р‑ны Иҫке Йомран а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Йомран, Яңы Шишмә исемдәре м‑н теркәлгән. 1906 й. мәсет булған.

З.М.Цуканова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев