ӘБДРӘҠИПОВА Ғәйшә Йосоп ҡыҙы (1.5.1921, Өфө — 14.3.2003, шунда уҡ), балет артисы. Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1938; педагогы К.В.Матсон). 1939— 59 йй. БДОБТ‑ла эшләй. Тәүге спектаклдәрҙең бөтәһендә лә ҡатнашҡан: “Фауст” (Ш.Гуно), “Иван Сусанин” (М.И. Глинка), “Ҡарлуғас” (Н.К.Чемберджи), “Аҡбуҙат” һ.б. операларҙа бейеүҙәр башҡарған. Көслө темпераментлы Ә. үҙенсәлекле сәхнә образдары тыуҙырған. Төп партиялары: Ҡурсаҡ‑автомат (“Коппелия”), Гәрәйҙең ҡатыны (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев), Еткән ҡыҙ, Арыҫланбайҙың 2‑се ҡатыны (икеһе лә — “Сыңрау торна”). “Сыңрау торна” (“Журавлиная песнь”; Свердловск к/ст, 1959) фильм‑балетында төшкән.

М.А.Таһирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова