ШИШМӘ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Шишмә а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 483 кеше; 1920 — 526; 1939 — 793; 1959 — 773; 1989 — 596; 2002 — 618; 2010 — 596 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1745 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар нигеҙ һала. 1795 й. 93 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 57 йортта — 316 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Почта станцияһы булған. 1906 й. ш. уҡ башҡа милләттәр өсөн министрлыҡ мәктәбе, шарап һәм бакалея кибеттәре теркәлгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев