ӘБДИЕВА Мәхмүдә Ғаззали ҡыҙы [18.2.1942, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Боҙаяҙ а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны)], селекционер. А.х. ф. канд. (1978). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2002). И.В.Мичурин ис. Йәшелсә‑емеш ин‑тын тамамлаған (Мичуринск ҡ., 1965). 1966—2016 йй. БНИИСХ‑ла эшләй (1995 й. — төп ғилми хеҙм‑р). Фәнни эшмәкәрлеге емеш‑еләк куль­тураларының сорттарын булдырыуға һәм уларҙы үҫтереү технологияларын эшләүгә арналған. Ә. тарафынан виноградтыңһәм ҡарағаттың15 сорты (Бобровая, Валовая, Зарина, Находка, Караидель, Фатима һ.б.) сығарыла. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Сортоизучение смородины в Башкирии //Садоводство и виноградарство. 1990. №2; Садоводство в Башкортостане. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. А.Н.Күсеев