ШИШМӘ, Балтас р‑нындағы ауыл, Үрге Янаҡтай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 16 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 85 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 532 кеше; 1920 — 440; 1939 — 368; 1959 — 281; 1989 — 185; 2002 — 168; 2010 — 152 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1743 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 50 йортта 295 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән. Ә.Ш.Шәрипов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев