“БАШГРАЖДАНСТРОЙ”, торлаҡ, соц.‑мәҙәни һәм көнкүреш тәғәйенләнешле объекттар төҙөү пр‑тиеһы. 1971 й. Өфөлә “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1994 й. алып ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына 1‑се төҙөлөш идаралығы (1971 й. тиклем трест №21 составында), 2‑се төҙөлөш идаралығы һәм 8‑се төҙөлөш идаралығы (1971 й. тиклем төҙөлөш тресы №3 составында), производство‑технология комплектацияһы һәм бәләкәй механизация идаралыҡтары ингән. База төҙөлөш һөнәрселек‑техник уч‑щеһы һәм уҡыу комб‑ты булған. 1999 й. 875 кеше эшләгән. 2000 й. ҡарата “Б.” тарафынан яҡынса 430 объект, ш. иҫ. Сәнғәт училищеһының концерт залы, Авиация техникумы, Хореография колледжы, Респ. балалар клиник дауаханаһы, 21‑се һәм 22‑се клиник дауахана биналары, Өфөнөң төньяҡ һыу алыу ҡоролмаһы, 350 мең м2 ашыу торлаҡ йорт һәм ятаҡ, 14 уҡыу комплексы, 19 мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм 8 мед. учреждениеһы, төҙөлгән; 10 км троллейбус юлы һалынған.

Н.К.Байҙаков

Тәрж. Г.Ғ.Ғәлиева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика