ӘБДИЕВ Рифғәт Фәйез улы [22.12. 1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Боҙаяҙ а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны)], философ. Филос. ф. д‑ры (1996). ӨАИ‑ны (1948), Ф.Э. Дзержинский ис. Артиллерия акад. (Мәскәү, 1952) тамамлаған. 1948 й. алып “Уралмаш” з‑дында (Свердловск ҡ.) инженер‑конструктор, 1953 й. — Артиллерия акад. уҡыта, 1955 й — СССР Оборона министрлығының 4‑се Үҙәк ҒТИ‑нда хеҙм‑р, конструкторлыҡ бюроһы нач. (Мәскәү өлк. Калининград ҡ. составындағы Болшево ҡасабаһы), 1978 й. башлап Бөтә Союз машиналар эшләү ҒТИ‑нда хеҙм‑р, 1983 й. — Мәскәү урман ун‑тында, бер үк ваҡытта 1996 й. алып Мәскәү техник ун‑тында, 1995—2001 йй. РФ Сит ил эштәре министрлығының Дипломатия акад. (бөтәһе лә — Мәскәү) уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре “Мәғлүмәт цивилизацияһы” философик концепцияһын дәлилләүгә арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 24 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Философия информационной цивилизации. М., 1994.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев