ШИШКОВ Михаил Фёдорович [17.10.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Кәлтә а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны)], лётчик, Украина Хәрби Һауа көстәре ген.‑майоры (2001). Советтар Союзы Геройы (1944). СССР‑ҙың атҡ. лётчигы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1941), Хәрби‑диңгеҙ акад. (Ленинград, 1957) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап Балтик флотының Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се мина‑торпедо авиация див. 1‑се гвардия мина‑торпедо авиация полкының звено ком. гвардия лейтенанты Ш. 75 хәрби осо­шта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1975) Диңгеҙ авиацияһының осоусы составын хәрби ҡулланыу һәм өйрәтеү үҙәге (Николаев ҡ.) нач. булып эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944 й. февр., май һәм июле), 2‑се дәрәжә Ушаков (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1960), Ҡыҙыл Йондоҙ (1955, 1957), 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында һәм Иглин р‑нының Иглин ҡасабаһында Ш. һәйкәлдәр, Николаев ҡ. (Украина) ул йәшәгән йортҡа, Кәлтә урта һәм 19‑сы Өфө мәктәптәре биналарына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин