ШИШКИНА Екатерина Алексеевна (30.3.1923, Курск губ. Миленино а. — 24.1.2003, Өфө), балетмейстер. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1966). Фатеж пед. уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1930 йй.аҙ.)Курск филармонияһының хәрби йыр һәм бейеү ансамбле артисы булып эшләй. 1956 й. алып Өфөлә: Офицерҙар йортоноң бейеү түңәрәге етәксеһе, бер үк ваҡытта 1957—2002 йй. ВЛКСМ‑дың 40 йыллығы ис. мәҙәниәт һарайында хореография түңәрәге етәксеһе, Өфө мәктәптәрендә рит­мика уҡытыусыһы һәм бейеү түңәрәге етәксеһе. 200‑ҙән ашыу бейеү ҡуйған: балеттар [“Башҡорт аҫылташтары” (“Башкир­ские самоцветы”), “Йылға ләләһе” (“Речная лилия”)], хореографик миниатюралар [“Баҡыр тауҙың хужабикәһе” (“Хозяй­ка медной горы”), “Йыһанға осоу” (“Полёт в космос”), “Ҡурай саҡырыуына” (“На зов курая”)], башҡорт бейеүҙәре (“Башҡорт балы”, “Бәйләүселәр”), донъя халыҡтары бейеүҙәре (испан, украин, урыҫ, һинд, шотланд), сюжет композиция­лары [“Бухенвальд набаты” (“Бухенвальдский набат”), “Мысыр ере” (“Египетская земля”), “Тылсымлы химия” (“Волшебная химия”)], заманса бейеүҙәр (брейк, степ) һ.б. Уҡыусылары араһында Г.В.Анищенко, М.Ф.Дауҡаев, В.Г.Степанов, Р.Н.Хәйруллин бар.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов