ШИҺАПОВ Зиннур Хәйҙәр улы (11.9.1965, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Елдәр а.), генетик, эколог. Биол. ф. д‑ры (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2012), РФ‑тың тәбиғәтте һаҡлау отличнигы (2014). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) Био­химия һәм цитохимия бүлегендә эшләй. 1989 й. алып Ботаника баҡса‑институтында: 1994 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1995 й. — лаб. мөдире, 1996 й. — дир. урынбаҫары, 1998 й. — дир.; бер үк ваҡытта 2006—10 йй. РФА‑ның Өфө ФҮ рәйесе урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре урман генетикаһы һәм селекцияһы, популяциялар биологияһы, интродукция пробле­маларына, үҫемлектәрҙең генофондын һаҡлауға, экология һәм тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләренә арналған. Ш. тарафынан Көньяҡ Уралда себер шыршыһының, Сукачёв ҡарағасының, ябай ҡарағайҙың популяцион‑генетик структураһы асыҡлана, ябай ҡарағай орлоҡтарын етештереү плантацияларының һәм себер кедрының урман культураларының генетик төрлөлөгө булдырыла, ағас үҫемлектәрҙең генофондын яҡшыртыу, һаҡлап ҡалыу һәм яңыртыу б‑са тәҡдимдәр әҙерләнә, БР‑ҙағы һирәк һәм юғала барған төрҙәрҙең популяцияһын тергеҙеү б‑са эштәр башҡарыла. 110‑ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Лиственница Сукачёва на Урале: изменчивость и популяционно‑генетическая структура. М., 2004 (авторҙ.); Ель сибирская на Южном Урале и в Башкир­ском Предуралье: популяционно‑генетическая структура. М., 2005 (авторҙ.); Ясенец голостолбиковый в Башкортостане: биология, структура популяций,интродукция, охрана. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова