ШИХОВЦЕВА Елена Сергеевна (27.7.1958, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1999), проф. (2003). Мәскәү инженер‑физика ин‑тын тамамлаған (1980). 1984 й. алып БДУ‑ла өлкән ғилми хеҙм‑р. 1990 й. башлап Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 1999 й. — ғилми секретарь, 2000 й. — лаб. мөдире, 2006 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2007—17 йй. дир., бер үк ваҡытта 2001—07 йй. СДПА‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре астрофизикаға, биол. һәм химия физикаһына арналған. Ш. тарафынан тығыҙлыҡтың һәм т‑раның киң диапазонында астро­физик объекттарҙың оптик яҡтан ҡалын, релятив булмаған тулыһынса ионлашҡан плазмаһының нурланышы; эске молекуляр динамиканы иҫәпкә алған, мономер бистабиль быуындары булған полимерҙарҙа һәм биополимерҙарҙа локаль конформаци­он күсештәр теорияһы төҙөлә; биол. һәм электр яғынан актив полимерҙарҙа, ш. иҫ. ДНК молекулаһында, конформацион күсештәр өйрәнелә һәм тасуирлана. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Нелинейные задачи квантовой механики в физике макромолекул. Уфа, 2002

Ю.А.Лебедев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов