ШИХОВ Владимир Васильевич (26.4. 1920, Пермь губ. Губаха а. — 18.3. 2004, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1961). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби химик һаҡланыу акад. (Мәскәү, 1942), Урал индустриаль ин‑тын (Свердловск ҡ., 1944) тамамлаған. 1945 й. алып Славянск сода комб‑тында (Украина ССР‑ы) бүлек нач., төркөм етәксеһе, 1950—53 йй. Стәрлетамаҡ сода з‑дында бүлек начальнигы. 1956—91 йй. РФА УрБ БФҮ‑лә: Президиумдың ғилми секретары; 1959 й. башлап Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә бүлек мөдире, 1970 й. — сектор мөдире, 1986 й. — төп, 1988 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге төп производство фондтарының иҡт. һөҙөмтәлелеген күтәреү, Башҡортостан сәнәғәтенә һәм төҙөлөшөнә капитал һалыу мәсьәләләренә арналған. 80‑гә яҡын фәнни хеҙмәт ав­торы. 1‑се (?) һәм 2‑се (1951) дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев