ШИХАНДАР, риф массивтарының ер йөҙөнә сығыуынан барлыҡҡа килгән яңғыҙ ҡалдыҡ тауҙар. Башҡортостандың Урал алдында таралған. Айырыуса Ағиҙел й. уң яры буйлап Ишембай р‑ны Ҡанаҡай а. киңлегенән алып Стәрлетамаҡ р‑ны Йөрәктау а. киңлегенә тиклем 20 км һуҙылған меридиональ йүнәлештәге Ш. билдәле. Иң төньяҡ Ш. — Йөрәктау, көньяҡтараҡ Ҡуштау, Шәкетау, Торатау урынлашҡан. Боронғо организм төрҙәренең (болоттар, брахиоподалар, бүздәктәр, мәрйендәр, фораминиферҙар, ылымыҡтар, энә тирелеләр һ.б.) ташҡа әүерелгән тупланмаһынан торған аҫҡы пермдең орга­ноген эзбизташтарынан ғибәрәт. Шулай уҡ тәбиғәт ҡомартҡылары булып торған Гладкий, Сатыртау, Сусаҡтау, Таҙтүбә Ш. билдәле.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов