“ШИХАН”, “Хейнекен берләштерелгән һыра ҡайнатыу йорттары” ЯСЙ (С.‑Петербург) филиалы. Һыра, ҡур, минераль һыу, кеүәҫ, лимонад етештерә. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. Составына һыра етештереү, ҡойоу (икеһе лә 1984 й. асылған), элеватор‑ҡур (2000) цехтары инә. 2010 й. 390 кеше эшләгән; 12,7 млн дал һыра, 1,2 млн дал алкоголһеҙ эсемлек, 4,8 млн ярым литр минераль һыу етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла.

1884 й. алып сауҙагәр С.А.Дезорцевтың һыра һәм бал ҡайнатыу з‑ды булараҡ билдәле (йылына 10 мең биҙрә һыра етештергән), 1919 й. з‑д национализациялана (ҡур кеүәҫе), 1939 й. һыра ҡайнатыу производствоһы тергеҙелә (50‑се йй. лаб. ойошторола, ҡаҙанлыҡ төҙөлә, ҙур ағас чандар металл чандарға алмаштырыла), 1960 й. башлап Стәрлетамаҡ һыра ҡайнатыу з‑ды (1965 й. 127 кеше эшләгән, ҡеүәте йылына 420 мең дал), 1984 й. — Стәрлетамаҡ һыра‑алкоголһеҙ эсемлектәр з‑ды, 1991 й. — ҠП, 1992 й. — “Һыра‑алкоголһеҙ эсемлектәр комбинаты” ААЙ, 1998 й. алып хәҙ. исемдәге Һыра‑алкоголһеҙ эсемлектәр комб‑ты (2008 й. башлап ЯСЙ), 2009 й. хәҙ. статусын ала.

А.А.Новицкая

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов