ШИХАН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Алатана а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 19 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 100 кеше; 1959 — 324; 1989 — 313; 2002 — 277; 2010 — 321 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Маҡар районында Ял йорттары ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына, 50‑се йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев