ШИФАХАНА‑ПРОФИЛАКТОРИЙҘАР, хеҙмәтсәндәр һәм уҡыусы йәштәр өсөн дауалау һәм һауыҡтырыу сараларын башҡарыуға тәғәйенләнгән шифахана тибындағы дауалау-иҫкәртеү учреждениелары. Дөйөм терапия һәм махсус (башлы­са туберкулёз м‑н ауырығандар өсөн) Ш.‑п. айырыла. Дөйөм терапия профилендәге Ш.‑п. йөрәк‑ҡан тамырҙары, нервы системаһы, аш һеңдереү ағзалары һ.б. хроник ауырыуҙары б‑са диспансер иҫәбендә торған кешеләр, оҙайлы һәм йыш ауы­рыусы, ауыр һәм киҫкен сирҙәр, травмалар, операциялар үткәреүсе ауырыуҙар, ш. уҡ һөнәри ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында насар шарттарҙа эшләгән кешеләр йүнәлтелә; эре сәнәғәт пр‑тиелары һәм вуздарҙың профсоюз ойошмалары тара­фынан булдырыла. 1943 й. Башҡортостанда Белорет ҡ. “Урал” шифаханаһы (хәҙ. Ш.‑п.), 1968 й. ӨАИ эргәһендә респ. сту­денттар өсөн тәүге Ш.‑п. асыла. 50‑се йй. аҙ. сәнәғәт пр‑тиеларында төнгө Ш.‑п. булдырыла. 80‑се йй. 20 завод Ш.‑п., “Урал” колхоз‑ара тәүге Ш.‑п. (Учалы р‑ны) файҙаланыуға тапшырыла. 1960 й. респ. 6 (180 урынлыҡ), 1965 й. — 10, 1986 й. 54 (6600 урынлыҡ) Ш.‑п. эшләй. 70 йй. аҙ. алып Ш.‑п. Б.В. һуғышында ҡатнашыусылар өсөн махсус урындар, ш. уҡ “Әсә һәм бала” Ш.‑п. ойошторола. 2003 й. сәнәғәт пр‑тиеларының 35 Ш.‑п. (ҡара: 1‑се табл.) һәм вуздарҙың 7 про­филакторийы (ҡара: 2‑се табл.) эшләй.

Л.Т.Ғилметдинова, М.А.Филимонов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина