ШИФАХАНА‑КУРОРТ ҺӘМ РЕКРЕАЦИЯ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, рациональ дауалау һәм ял итеү режимында күбеһенсә тәбиғәт (климат, минераль һыуҙар, минераль ләмдәр һ.б.) һәм диетотерапия, дауалау физкультураһы, фарм. һәм терапияның башҡа төрҙәре м‑н берлектә физиотерапевтик саралар ярҙамында дауалау өсөн тәғәйенләнгән дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары. Дөйөм типағы (күп профилле) һәм махсус (балалар өсөн, туберкулёзға ҡаршы һ.б.) Ш.‑к.һ.р.у. айыры­ла. Башҡортостанда шифахана‑курорт учреждениеларының үҫешенә халыҡ һаулығына ыңғай йоғонто яһаған уртаса кон­тиненталь климат, минераль һыу сығанаҡтары һәм минераль ләм ятыштары, геотермаль ҡоро һәм дымлы газдар һ.б. булыуы булышлыҡ итә. 16 б. алып халыҡ медицинаһында Тоҙлойылға тоҙло‑көкөртлө минераль шишмәләренең (ҡара: Красноу­сол минераль һыу сығанаҡтары), 18 б. — Янғантау термаль күренештәренең дауалау үҙсәнлектәре файҙаланыла. Өфө губ. 19 б. тәүге ҡымыҙ м‑н дауалау ойошмалары асыла, улар базаһында “Глуховская”, “Шафран” шифаханалары, Чехов А.П. исемендәге шифахана, Аксаков С.Т. исемендәге шифахана ойошторола. “Баймаҡ”, “Йоматау”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Красноусол”, “Ҡарағай”, “Салют”, “Сосновый бор”, Шәмсетдин күле”, “Яҡтыкүл”, “Янғантау” шифаханалары эшләй. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа балалар өсөн ревматологик (Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ.), неврологик (Бөрө, Крас­ноусол, Октябрьский, Туймазы ҡҡ., Оло Теләк а.) һәм туберкулёзға ҡаршы (Ишембай, Туймазы, Өфө ҡҡ.) профилдәге ши­фаханалар асыла. 60—80‑се йй. шифахана-профилакторийҙар, ял йорттары һәм туристик базалар, уҡыусы балалар өсөн йәйге һауыҡтырыу лагерҙары, колхоз‑ара шифаханалар үҫеш ала. БР‑ҙа 200‑ҙән ашыу рекреация тибындағы учреждение, шуларҙың 12‑һе ололар өсөн, ш. иҫ. “Асы”, “Танып”, “Талҡаҫ” (элекке “Баймаҡ” ял итеү йорто) һ.б.; 13 балалар өсөн ши­фахана, ш. иҫ. 8 респ., 50‑гә яҡын ведомство шифахана‑профилакторийы; туристик базалар һәм ял итеү базалары, бала­лар өсөн һауыҡтырыу лагерҙары эшләй. БР‑ҙың Шифахана‑курорт системаһын үҫтереү концепцияһы (2000 й. алып) һәм программаһы (2002 й. алып) ҡабул ителгән. Респ. тәбиғәт дауалау факторҙарының кеше һаулығына тәьҫирен, уларҙы дауалау‑иҫкәртеү маҡсаты м‑н ҡулланыу һәм халыҡты шифахана‑курорттарҙа һауыҡтырыуҙы ойоштороуҙы камиллашты­рыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Тергеҙеүсе медицина һәм курортология үҙәгендә һәм БДМУ эргәһендәге Тергеҙеүсе медицина һәм курортология ҒТИ‑нда Л.Т.Ғилметдинова етәкс. алып барыла (ҡара: Курортология).

Әҙәб.: Т е р е г у л о в Г.Н., Г е л л е р м а н Г.И. Курорты Башкирии. Уфа, 1968; Здравницы Республики Башкортостан. Уфа, 2003.

 Л.Т.Ғилметдинова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов