ШИРЯЕВ Леонид Андреевич (4.8. 1939, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ивановка а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1992), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1961) “Туймазабурнефть” тресының 4‑се Быраулау контораһында, 1963 й. алып Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда эшләй. 1964 й. башлап ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑тында, 1969 й. алып КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында. 1977—2011 йй. ӨДАТУ‑ла (1992—2002 йй. Ватан тарихы һәм культурология каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре фәнни‑техник ижад социологияһына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Социально‑философские проблемы оптимизации научно‑технического творчества. Свердловск, 1990; Социальные проблемы устойчивого развития ре­гиона. Уфа, 2005 (авторҙ.); Социально‑инновационный процесс: творчество и противостояние культур. Уфа, 2013.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев