“ШИРҠӘТ”, татар‑башҡорт театр труппаһы. 1915—19 йй. эшләй. Ырымбур ҡ. В.Мортазин-Иманский етәкс. коллектив ан­треприза булараҡ ойошторола. Идараға ш. уҡ М.И.Мутин, Н.Саҡаев, С.С.Шәрипов инә. Труппаның тәүге спектакле Ф.Сәйфи‑Ҡазанлының “Йәмһеҙ тормош” әҫәре б‑са ҡуйыла. Репертуары татар (Ғ.Камалдың “Беренсе театр” һәм “Банкрот”, Ғ.Исхаҡиҙың “Мөғәллимә”, “Ғәлиәбаныу”), урыҫ һәм сит ил [А.Н.Островскийҙың “Төшөмлө урын” (“Доходное место”), “Ур­ман” (“Лес”), “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” (“Без вины виноватые”), Ф.Шиллерҙың “Мәкер һәм мөхәббәт” (“Коварство и любовь”), Мольерҙың “Һаран” (“Скупой”), Софоклдың “Эдип батша” (“Эдип‑царь”)] драматургияһы әҫәрҙәренән, ш. уҡ концерттарҙан, шиғри программаларҙан тора. Февр. рев‑цияһынан [ҡара: Революция (1917)] һуң труппа элек цензура тарафынан тыйылған бер нисә пьеса (Ғ.Ю.Ҡоләхмәтовтың “Йәш ғүмер” һ.б.) ҡуя, революцион хәрби частар өсөн концерт‑митингылар ойоштора. Труппа составына Ф.С.Ильская (Хужасәйетова), М.Иманская, Камал I, Е.Сыртланова-Шляхтина, Ф.С.Сәмитова, Н.Ә.Таждарова, Х.Ғ.Әбйәлилов һ.б. инә. Постановкалар м‑н В.Мортазин‑Иманский, Мутин шөғөлләнә; муз. яҡтан Х.К.Иб­раһимов биҙәй. “Нур”, “Сәйяр” труппалары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәрҙә була. “Ш.” тарҡалғандан һуң актёрҙар ҡыҙылармеецтар театрҙары, Өфө дәүләт татар‑башҡорт үрнәк театры (ҡара: Үрнәк татар-баш­ҡорт театры), 1‑се Башҡорт дәүләт драма театры (ҡара: Башҡорт драма театры), 1‑се татар дәүләт театры (хәҙ. Ғ.Камал ис. Татар театры, Ҡазан) һ.б. труппаларына күсә.

Әҙәб.: Татар совет театры. Казан, 1975; М о р т а з и н В., Ч е н ә к ә й Т. Татар театры тарихыннан. 2‑че бас. Казан, 1996.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова