ШИРИПИНА Елена Васильевна (26.10.1910, С.‑Петербург — 11.5. 1981, шунда уҡ), балет артисы, педагог. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1957), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1955). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1926; педагогы А.Я.Ваганова) 1945 й. тиклем С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры артисы һәм 1944—68 йй. педагог‑репетиторы, бер үк ваҡытта 1931—78 йй. Ленинград хореография уч‑щеһында уҡыта. Пед. эшмәкәрлегендә урыҫ акад. хореография мәктәбе традицияларын дауам иткән. Уҡыусылары араһында Р.Н.Дербишева, З.Ә.Насретдинова, Ғ.Ғ.Хафизова бар.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова