ШИРИЕВ Вәкил Мирғәли улы (12.4. 1962, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Иҫке Күл а.), ветеринар врач. Биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2010). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) Нуриман хайуандар ауырыуҙары м‑н көрәш ст. ветеринар врачы. 1991—2017 йй. (өҙөклөк м‑н) БНИИСХ‑ла: 1994—96 йй. һәм 2000 й. алып лаб. мөдире, 2002 й. — дир. урынбаҫары, 2008 й. — директор. Фәнни эшмәкәрлеге а.х. малдарының репродуктив физиологияһы проблемаларын өйрәнеүгә, уның ысулдарын эшләүгә һ.б. арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Гигиенический и санитарный режим на свиноводческих фермах — основа сохранения здоровья и повышения продуктивности животных. Уфа, 2002 (авторҙ.); Развитие мясного скотоводства в Республике Башкортостан на 2010—2020 гг. Уфа, 2010 (авторҙ.).

З.У.Байкова

Тәрж. Г.А.Миһранова