ШИПОВ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, б.э.т. 6 б. — б.э. 4 б. археологик ҡомартҡылар төркөмө. Иглин р‑ны Шипов а. янында урынлашҡан. Ш.а.к. ҡаласыҡ һәм ҡәберлек инә. Шипов ҡаласығы б.э.т. 4 б. — б.э. 3 б. ҡарай. Ауылдан көнсығышҡа табан 0,7 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 1959 й. А.П.Шокуров тарафынан асылған, 1965 й., 1972 й. А.Х.Пшеничнюк, 1994 й. В.В.Овсянников тикшергән. Майҙаны 150 мең м2, 264 м2 ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ ике яҡтан тәрән йырын м‑н сикләнгән; 2 ур (бейеклеге 0,5—0,75 м, оҙонлоғо 390 м) һәм соҡор (тәрәнлеге 0,3 м тиклем) м‑н һаҡланған. Эске урҙың өйөмдәре аҫтында таш нигеҙ һәм ике рәт ағас стена (киңлеге 2 м тиклем) ҡалдыҡтары асыҡланған, уларҙың араһына тупраҡ тултырылған. Торлаҡ эҙҙәре табылмаған. Керамика Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенең Ғафури тибындағы (ҡабырсаҡ, тальк ҡатыш балсыҡтан эшләнгән) һәм Убалар тибындағы (ҡом ҡатыш) һауыттарынан ғибәрәт. Эш ҡоралдары (балсыҡ орсоҡбаштар, тире эшкәртеү өсөн һөйәк ҡоралдар, таш ҡайраҡтар), ҡорал (бронза уҡ башаҡтары, тимер бысаҡ) табылған. Шипов ҡәберлеге ауылдың көньяҡ ситендә урынлашҡан. 1956 й. Шокуров тарафынан асылған, 1965—67 йй., 1969 й., 1978 й. Пшеничнюк, 1989 й. И.М.Аҡбулатов, 1990—91 йй. В.Н.Васильев, 1993—94 йй., 2006 й., 2008 й. Овсянников тикшергән. 3 өлөштән тора. Көньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә (Ҙур Шипов ҡәберлеге) 15 ҡурғанһыҙ ҡәбер тикшерелгән. Уларҙың 3‑әүһе Ананьин мәҙәниәтенә инә. Б.э.т. 6—5 бб. ҡарай. Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, башы м‑н көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән, парлап ерләү асыҡланған. Балсыҡ һауыттар, бронза уҡ башаҡтары, һөңгө остары, айылдар, пластинкалар табылған. 12 ҡәбер иртә мосолман ерләү ҡомартҡыларына (Сейәлек мәҙәниәте ҡомартҡылары, тип фараз ителә) инә. 13—14 бб. ҡарай. Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 0,7—0,85 м) салҡан һалып, башы м‑н көньяҡ­көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән; аяҡтарын бәйләп ерләү осраҡтары теркәлгән. Тимер бысаҡтар, айыл, балта, ҡәберҙәр араһында хайуан һөйәктәре һалынған һауыттар табылған. Көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә 67 ҡурған (диам. 7—9 м, бейеклеге 0,2—0,35 м) асыҡланған, тупраҡ өйөп яһалған 28 ҡурған өйрәнелгән, уларҙың һәр береһе аҫтында 4—7 ҡәбер (бөтәһе 78 ҡәбер) урынлашҡан. Б.э.т. 4—1 бб. ҡарай. Ҡурған өйөмдәрендә хайуан һөйәктәре (башлыса аттың яңаҡ һөйәктәре), Ҡара Абыҙ мәҙәниәте һауыттары табылған. Мәйеттәр тәрән булмаған (0,1—0,9 м) оҙонса түңәрәк ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып ерләнгән; пар­лап ерләү осрай. Ир‑ат ҡәберҙәрендә ҡорал (бронза уҡ башаҡтары, тимер бысаҡтар, һөңгө осо, күн һаҙаҡ), ат егеү кәрәк‑ярағы (тимер ауыҙлыҡтар), эш ҡоралдары (таш ҡасау, арҡыры балта), ҡатын‑ҡыҙҙыҡында биҙәүестәр (йәнлек стилендә эшләнгән бронза әйберҙәр, йөҙөктәр, алтын һырғалар, антик быяла бөртөктәренән теҙелгән муйынсаҡтар), бил ҡайыштары (бронза пластинкалар) осрай. Төньяҡ өлөшөндә 550 ҡурғанһыҙ ҡәбер тикшерелгән. Б.э.т. 1 б. — б.э. 4 б. ҡарай. Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, һирәгерәк ҡабырғала, башы м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Ир‑ат ҡәбер­ҙәрендә ҡорал (һөйәк һәм тимер уҡ башаҡтары, тимер һөңгө остары, бысаҡтар), ат егеү кәрәк‑ярағы, бил ҡайышы деталдәре, ҡатын‑ҡыҙҙыҡында биҙәүестәр (бронза беләҙектәр, йөҙөктәр, муйын сулпылары, пластинкалар, сулпылар, быяла муйынсаҡтар) осрай. Ҡайһы бер ҡәберҙәрҙә балсыҡ һауыттар, ҡорбан ителгән хайуан һөйәктәре табылған. Ҡомартҡы мате­риалдары Археология һәм этнография музейында, Ғилми-производство үҙәгендә һаҡлана.

Әҙәб.: П ш е н и ч н ю к А.Х. Шиповский комплекс памятников (IV в. до н.э. — III в. н.э.) //Древности Южного Урала. Уфа, 1978; Шиповский могильник в лесостепном Приуралье. Уфа, 2007.

В.В.Овсянников

Тәрж. Д.К.Үзбәков