ШИПКӘН, 1) синапис (Sinapis), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Евразия­ла, Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда аҡ Ш. һәм ялан Ш. үҫә. Бер йыллыҡ шырт төклө үләндәр. Һабаҡтары ҡырлы, тарбаҡлы, бейеклеге 30—70 см. Япраҡтары бөтөн, оҙонса түңәрәк йәки ҡауырһын һымаҡ теленгән, ситтәре тигеҙһеҙ киртләсле. Сәскәләре һары, аҡ төҫтә, тәлгәштәргә йыйылған. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — ялпаҡ моронло оҙонса йәки ҡыяҡ пәрҙәле ҡуҙаҡ, июнь—авг. өлгөрә. Ҡый үләндәре булараҡ баҫыуҙарҙа, йәшелсә баҡсаларында, юл буйҙарында һәм кеше йәшәгән урындарға яҡын үҫә. Ялан Ш. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң бейек тауҙарынан башҡа респ. бөтә терр‑яһында таралған, аҡ Ш. күбеһенсә Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. Баллы үҫемлектәр. Орлоҡтарында — майлылығы юғары булған аш майы, ер өҫтөндәге өлөшөндә стероид­тар, флавоноидтар бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. 2) Кәбеҫтә затына ҡараған бер йыллыҡ үҫемлектәр төрө.

Р.Ғ.Миңлебаев

Тәрж. Г.А.Миһранова