ШИНСКИЙ Григорий Эльевич (3.5. 1922, Украина ССР‑ының Житомир ҡ. — 6.1.2015, Ижевск), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (1966), проф. (1968). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. БДМИ‑ны тамамлаған (1943). 1948 й. алып Респ. тире‑венерология диспансерында (Өфө) эшләй: 1956 й. алып фән б‑са дир. урын­баҫары, 1967 й. — баш табип урынбаҫары. 1968 й. башлап Ижевск мед. акад. дерматовенерология каф. мөдире, 1998— 2000 йй. Респ. тире‑венерология диспансерында (Ижевск). Фәнни эшмәкәрлеге сифилис, урогениталь хламидиоз, тиренең хроник системалы ауырыуҙары, һирәк дерматоздар һ.б. клиникаһы һәм патогенезы проблемаларына, енси юл м‑н күскән тире ауырыуҙарын һәм инфекцияларын диагностикалау һәм дауалауҙы камиллаштырыуға арналған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Удмуртия дерматовенерологтар йәмғиәте идараһы рәйесе (1968—2000). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1944, 1946).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина