ШИНКОВА Матрёна Васильевна (9.4.1921, ТАССР‑ҙың Һалдат Ҡондоҙо а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1932 й. алып Бәләбәй р‑нының М.Горький ис. тоҡомсолоҡ з‑дында эшләй (1936—81 йй. сусҡа ҡараусы). Юғары етештереү күрһәткестә­ренә өлгәшә: 1982 сусҡа балаһын ҡабул итә һәм һаҡлап ҡала (1963—65), айырғанда (2 айлыҡта) уртаса ауырлығы 22,3 кг тәшкил итә (1968—69). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Х е ҙ м.: Опыт выращивания племенных поросят. Уфа, 1968. Әҙәб.: Б а р о н о в а А. Так отдаваться делу //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова