ШИМАНОВСКИЙ Шавель Наумович (10.5.1917, Киев губ. Горностайполь а. — 10.2.2005, Ишембай ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1943) “Башнефть” ПБ‑нда эшләй: өлкән инженер, 1952 й. алып Ҡалтасы нефть промыслаһы дир., 1955—79 йй. “Ишимбайнефть” НГДУ‑һы начальнигы. Производство эшмәкәрлеге Ишембай р‑нының нефть ят­ҡылыҡтарын эҙләү, разведкалау һәм үҙләштереү м‑н бәйле. Ишембай инфраструктураһы үҫешенә өлөш индергән. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959, 1971), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов