ШИЛЬНИКОВ Алексей Борисович (29.4.1970, Туймазы ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2006). 1989 й. алып “Туймазы автобетоновоздар заводы” ҠП‑нда эшләй. 1993 й. башлап Туймазы телевидение студияһы хәбәрсеһе, 1997 й. алып “Туймазинский вестник” гәз. хәбәрсеһе, 2002 й. — мөхәррире. 2006 й. башлап “Республика Башкортостан” гәз. үҙ хәбәрсеһе. Соц.‑иҡт. тематикаға арналған мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2011).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина